Башҡортостанда грипп менән сирләү осраҡтары арта04.03.2025
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Башҡортостанда грипп менән сирләү осраҡтары арта

Башҡортостанда респиратор инфекциялар менән сирләү осраҡтары арта бара. Уҙған аҙнала республикала 28,7 мең кеше ауырыу йоҡторған, уларҙың яртыһы – 14 йәшкә тиклемге балалар. Шуның менән бергә 64,3% осраҡта грипп диагнозы ҡуйылған. Башлыса гриптың А А (H1N1) вирусы өҫтөнлөк итә. Уҙған ете көн менән сағыштырғанда сирлеләр 2,5% артҡан, тип хәбәр итте Роспотребнадзор.


Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостандың санитар табиптарының дезинфекция сараларын һайлау буйынса кәңәштәрен баҫтырып сығарҙы.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-03-03/v-bashkirii-prodolzhaet-rasti-zabolevaemost-grippom-4142976



Вернуться назад