Владимир Путиндың указы менән республика тренерҙары юғары дәүләт наградаларына лайыҡ булды
Рәсәй Президенты Владимир Путин «Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградалары менән бүләкләү тураһында» указға ҡул ҡуйҙы. Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.
Указға ярашлы, Башҡортостан Республикаһының «Адаптив спорт үҙәге» спорт мәктәбе тренеры-уҡытыусыһы Ольга Байракова I дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы менән бүләкләнде.
«Салауатинвест» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тренеры-уҡытыусыһы, «Алтын балыҡ» бассейнының йөҙөү буйынса баш тренеры Фәнил Кирәевҡа II дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы тапшырылды.
Бынан алдараҡ дәүләт башлығы Башҡортостан Республикаһының ведомство-ара йәмәғәт именлеге советы секретары Валерий Олейникты, Иглин районы хакимиәте башлығы Гүзәл Насированы һәм башҡаларҙы юғары дәүләт наградалары менән билдәләне.