Башҡортостанда – яңы сауҙа министры04.03.2025

Башҡортостанда – яңы сауҙа министры

Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров яңы сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Азат Асҡаров менән таныштырҙы. Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, ул «тыйнаҡ, ләкин бик ныҡышмал кеше».


«Азат Асҡаров беренсе урынбаҫар ҙа булды, уның сит илдәрҙә эш тәжрибәһе бар – Үзбәкстанда сауҙа вәкиле булып эшләне. Барыһы ла килеп сығыр тип уйлайым. Мөһим тармаҡты үҫтерерһегеҙ тип ышанабыҙ», — тине Хәбиров.


Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республиканың элекке сауҙа министры Алексей Гусев йәмәғәтселек башланғысында Башҡортостан Башлығының бизнес менән үҙ-ара эш итеү мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе итеп тәғәйенләнде.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-03-03/glava-bashkirii-predstavil-novogo-ministra-torgovli-4142639


 



Вернуться назад