Апрелдә республикала урман янғындары башланыуы ихтимал04.03.2025
Фото: «Авиалесоохрана»

Апрелдә республикала урман янғындары башланыуы ихтимал

Башҡортостанда 2025 йылдың апрелендә үк урман янғындары сығыу ихтималлығы ҙур. «Авиалесоохрана» учреждениеһының апрель-май айҙарына фаразы шундай. Ул күп йыллыҡ уртаса күрһәткестәрҙе иҫәпкә алып әҙерләнгән.


Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, быйыл республика урман янғындарының майҙаны 3370 гектарҙан артмаҫҡа тейеш. Утҡа ҡаршы көрәшеү өсөн урман янғындарын һүндереү техникаһы һатып алынған. Әле 12 күҙәтеү камераһы эшләй, 1 апрелгә тиклем тағы ла 10-ҙы ҡулланыуға индереү планлаштырыла. Шул рәүешле янғын сығыу хәүефе янаған 2 миллион гектар самаһы урман биләмәһе видеокүҙәтеүгә алына.


Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостандың урмандарҙы тергеҙеү планын арттырып үтәүе тураһында хәбәр иткәйне.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-03-03/v-aprele-v-bashkirii-vozmozhny-lesnye-pozhary-4142586



Вернуться назад