Радий Хәбиров Өфө заводындағы янғынды һүндереүҙә ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерҙе03.03.2025
Фото: трансляциянан скриншот

Радий Хәбиров Өфө заводындағы янғынды һүндереүҙә ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы хөкүмәттең оператив кәңәшмәһе барышында нефть эшкәртеү заводында янғынды һүндереүҙә ҡатнашыусыларға рәхмәт әйтте. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был эшкә 100 янғын һүндереүсе һәм 28 берәмек техника йәлеп ителде.


«Янғынды һүндереүҙә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт белдерегеҙ. Уларға сәләм әйтегеҙ», – тине Радий Хәбиров.


Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан етәксеһе янғын БПЛА һөжүменән һуң башланған тигән хәбәрҙе лә кире ҡаҡты. Бынан алдараҡ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Өфө нефть эшкәртеү заводында сыҡҡан янғындың технологик процестарға бәйле булыу ихтималлығы тураһында хәбәр иткәйне.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-03-03/radiy-habirov-poblagodaril-uchastnikov-tusheniya-pozhara-na-ufimskom-zavode-4142733



Вернуться назад