Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты министрлыҡ итеп үҙгәртелә
Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты министрлыҡ була, тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә.
«Йәштәр менән эшләү – беҙҙең төп бурыс. Беҙ ҡасан да булһа вазифаларыбыҙҙы ҡалдырырбыҙ. Беҙҙән һуң йәштәр килә. Улар дәүләткә ҡарата аңлы, асыҡ позиция менән килергә тейеш. Шуға күрә Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетын йәштәр сәйәсәте министрлығы итеп үҙгәртергә ҡарар иттек», — тип билдәләне Радий Хәбиров.
Яңы министрлыҡҡа етәксе итеп Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Вито Сабиров тәғәйенләнә.