Иглин районында дүрт ФАП төҙөлә башланы03.03.2025
Фото: Гүзәл Насированың социаль селтәрҙәре

Иглин районында дүрт ФАП төҙөлә башланы

Иглин районы Үктәй ауыл советының Һарт-Лабау, Меңйетәр, Үктәй, Келәш ауылдарында фельдшер-акушерлыҡ пункттары төҙөлә башланы. Был хаҡта муниципалитет башлығы Гүзәл Насирова хәбәр итте.


Быйылдан һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу эше «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» тигән яңы милли проекты сиктәрендә алып барыла.


2024 йылда ауыл ерендә программаны ғәмәлгә ашырыу барышында республиканың фельдшер-акушерлыҡ пункттары һәм табип амбулаториялары өсөн 130 тиҙ ҡоролған модулле конструкциялар ҡуйылды.


«Башинформ» хәбәр иткәнсә, Башҡортостанда фельдшер-акушерлыҡ пункттары селтәре – илдә иң ҙурҙарҙың береһе. Һуңғы йылдарҙа республика уларҙы яңыртыу йәһәтенән алға китеш күҙәтелде. 2010-2018 йылдарҙа 53 учреждение төҙөлһә, 2019-2024 йылдарҙа иһә 480-гә яҡын.


https://www.bashinform.ru/news/nacproject/2025-03-03/v-iglinskoy-rayone-bashkirii-nachalos-stroitelstvo-chetyryoh-fap-4142563


 



Вернуться назад