Башҡортостанда йәшәүселәрҙе көслө магнит дауылдары көтә03.03.2025

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе көслө магнит дауылдары көтә

Март айында Башҡортостанда йәшәүселәр көслө геомагнит дауылдары йоғонтоһонда була. Рәсәй Фәндәр академияһы Йыһан тикшеренеүҙәре институты һәм Ҡояш-ер физикаһы инстиуты белгестәре иҫкәртеүенсә, 7-һенән Ерҙә көслө геомагнит дауылы башлана, ул көндән-көн көсәйә бара. Иң юғары нөктә март уртаһына һәм аҙағына, яҡынса алғанда, 15-17 һәм 28-31 мартҡа тура килә.


Дауыл 25-се ҡояш циклының иң юғары нөктәһенә бәйле, Ҡояшта көслө ҡабыныуҙар һәм плазманың бүленеп сығыуы көтөлә. Ҡояштың әүҙемлеге спутниктарҙың, элемтәнең һәм энергия селтәрҙәренең эшендә сағылыш табыуы, шулай уҡ һаулыҡҡа йоғонто яһауы ихтимал. Геомагнит дауылдары ваҡытында баш ауыртыуы, ҡан баҫымының күтәрелеүе, хәлһеҙлек күҙәтелә. Айырыуса оло йәштәгеләргә һәм хроник сирлеләргә хәүеф нығырай янай.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-03-03/zhiteley-bashkirii-zhdut-moschnye-magnitnye-buri-4142258



Вернуться назад