Башҡортостандың иң яҡшы баҡсасылар ширҡәте яртышар миллион һум алды28.02.2025

Башҡортостандың иң яҡшы баҡсасылар ширҡәте яртышар миллион һум алды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров иң яҡшы коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәттәренә республика етәксеһе гранттарына сертификаттар тапшырҙы. Бүләкләү тантанаһы баш ҡаланың конгресс-холл майҙансығында IV «СМАРТ-баҡсасы» халыҡ-ара форумында уҙҙы.


Ҡырмыҫҡалы районының «Урман яланы», Шишмә районының 3-сө «Йоматау», «Өршәк 4» (Өфө), «Аҡманай яҙыусылар баҡсалары» (Шишмә районы), «Росинка» (Краснокама районы), «Асыҡ аҡлан» (Иглин районы), «Козарез» (Өфөнөң Дим районы), «Орфей» (Өфө) һәм башҡалар 500 мең һум алды.


Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2025 йылдан баҡсасылыҡ ширҡәттәренә яртышар миллион һумлыҡ 20 грант тапшырыла. Был турала тулыраҡ «Башинформ» материалында уҡығыҙ.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-02-28/luchshie-snt-bashkirii-poluchili-po-polmilliona-rubley-4140244



Вернуться назад