Өфө блогеры Рөстәм Нәбиев федераль наградаға лайыҡ булды
Өфө блогеры Рөстәм Нәбиев – Рәсәйҙең «Белем» йәмғиәте булдырған «Белем. Премия» наградаһы лауреаты. Яҡташыбыҙ «Спорт һәм сәләмәт йәшәү рәүеше» өлкәһендә белем биреүгә индергән өлөшө өсөн билдәләнде», тип хәбәр итте «Башинформ»ға ойоштороусылар.
Бүләкләү тантанаһы 27 февралдә Мәскәүҙең «Рәсәй» милли үҙәгендә уҙҙы. Нәбиевҡа каучуктан яһалған кубокты – көс һәм ныҡлыҡ билдәһен Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко тапшырҙы.
«Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры ҡулынан награда алыу – оло мәртәбә», – тип яҙҙы блогер социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Ойоштороусылар Рөстәм Нәбиевтың спорттағы ҡаҙаныштарын абруйлы награда менән билдәләне. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, яҡташыбыҙ донъяла ҡулдары менән алты тауға менгән беренсе кеше булды. 2020 йылда Рәсәйҙең һәм Европаның юғары нөктәһен – Эльбрусҡа (5642 метр) артылғандан һуң Рәсәйҙең Рекордтар китабына инде. Бер йылдан һуң ул Непалдың 8163 метр бейеклектәге Манаслу тауына күтәрелде.