Өфөлә «СМАРТ-баҡсасы» халыҡ-ара форумы башланды
Өфөлә IV «СМАРТ-баҡсасы» халыҡ-ара форумы башланды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, сара «Торатау» конгресс-холында ике көн буйына бара. Форумда Рәсәйҙең 12 төбәгенән 2 меңдән ашыу баҡсасы ҡатнаша.
Баҡсасыларҙы Башҡортостан Башлығы сәләмләне. Форумда Мәскәү өлкә думаһы депутаты Владимир Шапкин, Мәскәү, Санкт-Петербург, Волгоград ҡалаларынан, Мәскәү, Ленинград, Владимир, Кемеров, Свердловск, Силәбе өлкәләренән, Татарстан Республикаһынан, Краснодар крайынан, шулай уҡ Белоруссиянан, Ҡаҙағстандан һәм Таиландтан эксперт-баҡсасылар һәм һәүәҫкәрҙәр ҡатнаша, тип билдәләне ул.
– Баҡсасылыҡ ширҡәттәренә, ойошмаларға ярҙам күрһәтеү – Башҡортостан Республикаһы дәүләт иҡтисади сәйәсәтенең мөһим йүнәлеше. Беҙ йыл һайын һеҙгә ярҙам итербеҙ. Был һүҙҙә генә түгел, ә иҡтисади, финанс ярҙамы. Ысынында иһә беҙ коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ берләшмәһенә йәки баҡсасылыҡ ширҡәтенә килеп, тәртип урынлаштырырға, юлдар, һыу, электр тәьминәте, сүп-сар йыйыу, хәүефһеҙлек йәһәтенән ярҙам ҡулы һуҙырға теләйбеҙ. Был эште һеҙҙең менән бергә генә башҡарырып сығырбыҙ, – тип белдерҙе Радий Хәбиров.
Башҡортостанда республиканың коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәттәрен үҫтереү идаралығы ойошторолдо, тип билдәләне республика етәксеһе.
– Беҙ ошо системаны яйға һалдыҡ, хәҙер эшләргә, бер-беребеҙҙе ишетергә, ярҙамлашырға кәрәк, – тине республика етәксеһе.
IV «СМАРТ-баҡсасы» халыҡ-ара форумы сиктәрендә 7 түңәрәк өҫтәл, 3 практик семинар, 7 консультация зонаһы һәм күргәҙмә ойошторолған.