Еңеү көнөнә фронтовиктарға бер тапҡыр бирелә торған түләү тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйылды
Ил хөкүмәте Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр өсөн 23,3 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтә. Тейешле бойороҡҡа ҡул ҡуйылған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй президенты Владимир Путин Еңеүгә 80 йыл тулыу айҡанлы 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына йәки уларҙың тол ҡатындарына бер тапҡыр бирелә торған түләү тураһындағы указға ҡул ҡуйғайны.
Фронтовиктарға, фронтовиктарҙың тол ҡатындарына, оборона ҡоролмалары төҙөгән, ПВО объекттарында, диңгеҙ һәм авиация базаларында эшләгән граждандарға, блокадалы Ленинградта йәшәүселәргә, шулай уҡ концлагерҙарҙың бәлиғ булмаған тотҡондарына – 80 мең һум, тыл хеҙмәтсәндәренә һәм концлагерҙарҙың бәлиғ булған тотҡондарына 55 мең һум түләнә.
Михаил Мишустин хөкүмәт ултырышында бер ниндәй ҙә өҫтәмә ғариза бирергә кәрәкмәүен әйтте.
«Министрлыҡтар һәм ведомстволар үҙаллы эшләй. Был кешеләр ауыр һынауҙарҙы үткән, ҡан ҡойошло һуғышты күргән. Улар хаҡында хәстәрлек күреү – дәүләттең төп бурыстарының береһе», — тине Мишустин.
Башҡортостанда әле 120 Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы һәм инвалид, Бөйөк Ватан һуғышы осоронда бәлиғ булмаған 44 концлагерь тотҡоно һәм алты меңдән ашыу тыл хеҙмәтсәне йәшәй. Был турала ғинуар айында республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова хәбәр итте.