Енесте алмаштырыу рөхсәт ителгән илдәрҙең граждандарына Башҡортостан балаларын тәрбиәгә алырға хоҡуғы юҡ
Март айында республика Дәүләт Йыйылышы беренсе уҡыуҙа Башҡортостан Республикаһының Ғаилә кодексына үҙгәрештәр индергән закон проектын ҡарай. Уға ярашлы, Башҡортостанда енесен алмаштырырға рөхсәт ителгән илдәрҙең граждандарына балаларҙы уллыҡҡа-ҡыҙлыҡҡа алыу тыйыла. Был хаҡта республика парламентының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев һүҙҙәренсә, бындай ҡарар балалар хаҡында хәстәрлек күреү маҡсатында ҡабул ителде. Матур тәрбиә бирер өсөн уларҙың традицион ғаилә ҡиммәттәре менән гармонияла үҫеүе мөһим.
Бынан алдараҡ «Башинформ» урындағы үҙидаралыҡ тураһында федераль законда Башҡортостандың позицияһын иҫәпкә алыуҙары тураһында хәбәр иткәйне.