2027 йылда зоопарк төҙөү башлана
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфө ҡала Советының сираттағы ултырышында баш ҡала зоопаркы төҙөлөшөнөң 2027 йылда башланасағын әйтте. Объект ҡаланың Урмансылар паркы биләмәһендә төҙөлә.
Шулай уҡ республика етәксеһе Рус драма театрын яңыртыу һәм Дәүләт циркын ремонтлау кәрәклеге хаҡында иғлан итте. Бынан тыш, ул «Көньяҡ ҡапҡа» проекты һәм Ағиҙел йылғаһы аша тарихи аркалы күперҙе реконструкциялау буйынса эштәрҙе тиҙләтергә ҡушты.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфө зоопаркының дөйөм майҙаны 12 гектарға яҡын булыр тип планлаштырыла. Ул өс зонаға бүленә. Беренсеһендә йыртҡыс хайуандар, артабан контактлы зоопарк килә. Уларҙың араһында ветеринария дауаханаһы, мал аҙығы һаҡлағысы, етәкселек кабинеты һәм башҡалар бар. Зоопаркка Сәғит Агиш урамы яғынан инергә була.
Ошо биләмәлә 96 йәнлек, шул иҫәптән экзотик хайуандар өсөн 47 вольер төҙөлә. Зоопаркка бер үк ваҡытта 270 кеше инеп ҡарай ала.