Ниәт итһәң, материалын да һайлай бел19.06.2012
Элекке ферма урынын сабынлыҡ итеп алғайныҡ. Унда кесерткән, әремдән башҡа йүнле үлән үҫмәй. Кесерткәндән нисек ҡотолорға икән? Гәзит аша яуап бирһәгеҙ, бик шат булыр инек.
Фәтҡуллиндар.
Әбйәлил районы.


— Ферма урыны булғас, унда әрем, кесерткәндән тыш, серегән бүрәнә, таҡта киҫәктәре, тимер-томоро, ташы ла етерлектер. Иң тәүҙә уларҙан ерегеҙҙе таҙартырға, аҙаҡ инде ҡаплатып һөрөргә кәрәк. Культивация эшләтеү ҙә мотлаҡ: ҡый үләндәре тамыры менән сығасаҡ, киҫкес артынан барған тырма уларҙы йыясаҡ. Бесәнлек итергә уйлағас, һоло, арпаға ҡушып люцерна, кәзә үләне (козлятник), клевер һымаҡ күп йыллыҡ үҫемлектәр сәсегеҙ. Юғиһә йылдар буйы йыйылған тиреҫтә ҡабаттан алабута, кесерткән, әрем, киндер һәм башҡаһы сығасаҡ. Ә культуралы, күп йыллыҡ үләндәр уларға үрсергә ирек бирмәйәсәк. Тағы бер кәңәш: бер ситенә картуф ултыртһағыҙ ҙа отолмаҫһығыҙ.

* * *

“Йорт-ҡура”ның аттар тураһындағы сығарылышын яратып уҡыным. Күп нәмәне беләм тип йөрөһәм, бик аҙы ғына мәғлүм икән. Шуға ла йылҡы малының үҙенсәлектәре, улар менән булған ғибрәтле, фәһемле хәлдәр тураһында йышыраҡ яҙһағыҙ ине.
Р. ИСКӘНДӘРОВ.
Ишембай районы.


Уҡыусының һорауына яуап итеп, “Былар ҡыҙыҡлы” һәм “Иң-иңдәре...” рубрикалары аҫтында мәғлүмәттәр тәҡдим итәбеҙ.


Вернуться назад