Радий Хәбиров Өфө халҡының тотороҡло арта барыуын билдәләне27.02.2025

Радий Хәбиров Өфө халҡының тотороҡло арта барыуын билдәләне

Йыл һайын Өфө 5-6 мең кешегә арта, тип хәбәр итте Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров баш ҡала Советы ултырышында. Шуға бәйле республика етәксеһе яңы мәктәптәр, поликлиникалар һәм башҡа социаль инфраструктуралар төҙөүҙең мөһимлеген билдәләне.


«Өфө составына ингән һәм уның өлөшө булып торған алыҫ биләмәләрҙе лә үҫтерергә кәрәк. Беҙҙең юл, транспорт инфраструктураһын үҫтереү буйынса мәсьәләләр һәм проекттар күп. Өфө даими рәүештә яҡшы яҡҡа үҙгәрергә тейеш. Йыл һайын яңы йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндерергә, торлаҡ-коммуналь инфраструктураны яҡшыртырға, социаль объекттар төҙөргә, ғөмүмән, йәшәү сифатын күтәрергә кәрәк. Ошо йәһәттән беҙҙә эш алып барыла, уға Өфө хакимиәте, Башҡортостан Хөкүмәте йәлеп ителгән», — тине Хәбиров.


Бынан алдараҡ Башҡортостан Башлығы Өфөнө үҫтереү буйынса ҙур программаларҙы дауам итеү тураһында белдергәйне.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-02-27/radiy-habirov-otmetil-ustoychivyy-prirost-naseleniya-ufy-4138728



Вернуться назад