Башҡортостан Башлығы ветерандарҙы Еңеүҙең 80 йыллығы миҙал менән бүләкләне27.02.2025
Фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Башлығы ветерандарҙы Еңеүҙең 80 йыллығы миҙал менән бүләкләне

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ветеран-фронтовиктарға «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 80 йыл» юбилей миҙалын тапшырҙы. Тантаналы сара бөгөн Өфө Советы ултырышында үтте.


2025 йылда үҙенең 100 йәшлек юбилейын билдәләргә әҙерләнгән Сафуан Басиров, шулай уҡ түңәрәк датаны ҡаршылаған Родин Лобанов, һәм Геннадий Филинов республика етәксеһе ҡулынан награда алды.

Баш ҡалабыҙҙа йәмғеһе 1487 Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Еңеүҙең 80 йыллығы хөрмәтенә юбилей миҙалына лайыҡ булды.


Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был юғары награданы Рәсәй президенты Владимир Путин булдырҙы.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-02-27/glava-bashkirii-nagradil-veteranov-medalyu-k-80-letiyu-pobedy-4138328



Вернуться назад