Өфөлә «Китап байрамы»нда ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә27.02.2025

Өфөлә «Китап байрамы»нда ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров булышлығында үткәрелгән III «Китап байрамы» халыҡ-ара йәрминкәһендә ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул ителә. Быйыл сара 30 майҙан 1 июнгә тиклем Өфөнөң Совет майҙанында ойошторола.


«Китап байрамы»нда Рәсәй һәм сит ил нәшриәттәре, китап һатыу фирмалары һәм китап магазиндары, китапханалар һәм полиграфия предприятиелары ҡатнаша ала. Йәрминкәлә ҡатнашыу өсөн рәсми сайтта форманы тултырырға кәрәк.


«Китап байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһе 2023 йылдан башлап уҙғарыла. Былтыр Өфөлә Рәсәйҙең 18 төбәгенән һәм 7 илдән (Беларусь, Азербайжан, Үзбәкстан, Тажикстан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Сәғүд Ғәрәбстаны) 233 нәшриәт үҙ продукцияһын тәҡдим итте. Йәрминкәгә 170 меңдән ашыу кеше килде, 73 мең дананан ашыу китап һатылды. Башҡортостан Китап байрамын ойошторған өсөн «Рәсәйҙең әҙәби флагманы» статусына лайыҡ булды.


Хәбәр иткәнебеҙсә, байрам барышында Башҡортостан Яҙыусылар союзының яңыртылған бинаһын асыу планлаштырыла.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-02-26/v-ufe-kitap-bayram-nachal-prinimat-zayavki-na-uchastie-4137804



Вернуться назад