Башҡорт-татар эстрадаһының йондоҙло пары айырылышҡан26.02.2025
Фото: социаль селтәрҙәр

Башҡорт-татар эстрадаһының йондоҙло пары айырылышҡан

Башҡорт һәм татар эстрадаһының йондоҙло пары Ләйлә һәм Рөстәм Ғәлиевтар 15 йыл бергә йәшәгәндән һуң айырылышҡан. Был хаҡта Ләйлә Ғәлиева үҙе социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙған.


«Тормошта төрлөһө була, күтәрелеүҙәр ҙә, түбән төшөүҙәр ҙә. Был барлыҡ өлкәләргә лә ҡағыла! 15 йыл бергә йәшәнек. Ошо йылдар эсендә барыһы ла булды! — тип яҙа йырсы. — 15 йыл элек икәү инек. Барыһын да нулдән башланыҡ. Гастролдәр, йөҙләгән концерттар, йыр-хиттар, аҙымлап төҙөлгән карьера, ижад, бизнес, йорт. Ике ҡыҙыбыҙ бар. Быларҙың барыһы артында ла ҙур ышаныс, бер-беребеҙгә терәк булыу торҙо. Беҙҙең тарихҡа нөктә ҡуйылды. Беҙ Рөстәм менән айырылыштыҡ».


Ләйлә Ғәлиева элекке иренә рәхмәт белдерҙе һәм бер-береһен ихтирам итеүҙәрен, ике ҡыҙҙарына ата-әсәһе булып ҡалыуҙарын билдәләне. Комментарийҙарҙа ҡыҙы яҙыуынса, улар әсәһе менән йәшәргә ҡала.


«Хәҙер икебеҙ өсөн дә тормошта яңы этап башлана. Бер нимәгә ҡарамаҫтан, артабан йәшәргә һәм үҫешергә кәрәк! Артабан был теманы ҡуйыртырға теләмәйем. Был беҙҙең ҡарар! Бер кемдең дә ғәйепләргә хаҡы юҡ. Был тормош. Унда һәр кем үҙе сценарист һәм режиссер», - ти йырсы.


Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рөстәм Ғәлиев Көйөргәҙе районының Яңы Мораптал ауылында тыуған. Өфө сәнғәт институтын тамамлағандан һуң ижад юлын «Нур» татар театрында башлай. Ләйлә сығышы менән Яңауыл районының Тау ауылынан. Стәрлетамаҡ сәнғәт техникумының режиссёрҙар бүлеген тамамлаған. 2015 йылда Ғәлиевтарҙың беренсе синглы сыға. Улар байрамдар ойоштороу менән дә шөғөлләнә ине. 


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-02-26/zvezdnaya-para-bashkirsko-tatarskoy-estrady-soobschila-o-razvode-4137647



Вернуться назад