Башҡортостан – никахтар һаны буйынса 10 төбәк иҫәбендә
Былтыр Башҡортостанда 21 305 пар өйләнешкән. Республикабыҙ никахтар һаны буйынса «ПромРейтинг» тикшеренеү агентлығы белгестәре төҙөгән рейтингта 10-сы урынды биләй.
Өйләнешеүселәр буйынса бәхетле төбәктәр һәм ҡалалар исемлегендә беренсе урында – Мәскәү (87,2 мең никах), икенсе урында – Санкт-Петербург (50,3 мең никах теркәлгән), өсөнсөлә – Мәскәү өлкәһе (47,9 мең яңы ғаилә). Лидерҙар араһында шулай уҡ Краснодар крайы, Свердловск, Ростов, Төмән, Силәбе өлкәләре, Татарстан бар.
2024 йылда тотош илдә 880026 никах теркәлгән, был уҙған йылдың ошо уҡ осорондағы күрһәткестән 7,0% кәмерәк.
Бынан тыш, Башҡортостан яңы тыуған сабыйҙар һаны буйынса алдынғы урындарҙы биләй. Был рейтингта беҙҙең республика туғыҙынсы урынды тора (32 968 сабый).
Беренсе урында Мәскәү (120 мең сабый), артабан Мәскәү өлкәһе (71,4 мең), Краснодар крайы (51,5 мең), Санкт-Петербург (47,1 мең) килә.
Ошо осорҙа илебеҙҙә 1222408 сабый донъяға килгән. Был 2023 йылғы күрһәткесән 3,4% кәмерәк.
Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостанда матур датала 143 парҙың өйләнешеүе хаҡында яҙғайны.