Башҡортостанға социаль догазификация өсөн 48 миллион һум субсидия бүленә
Рәсәй хөкүмәте социаль догазификация өсөн өҫтәмә рәүештә 1 миллиард һум йүнәлтә. Ҡул ҡуйылған бойороҡҡа ярашлы, аҡса федераль финанслау талап ителгән 55 төбәккә бүленә. Башҡортостан 47,712 миллион һум алырға тейеш.
Аҡса программала ҡатнашҡан льготалыларға ҡорамалдар һатып алыу һәм газ селтәрҙәренә тоташтырыу өсөн кәмендә 100 мең һум күләмдә субсидия бүлеү өсөн тәғәйенләнә. Ярҙамға күп балалы ата-әсәләр, аҙ килемле граждандар, МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары, I төркөм инвалидтары, шулай уҡ инвалид балаһы булған граждандар, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары иҫәп тота ала.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, республикала коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәттәрендә 15 меңгә яҡын йортҡа газ үткәреүҙәре мөмкин.