Республикала 25 февралдә 143 пар өйләнешкән
Башҡортостанда ғашиҡ парҙар никахтарын теркәү өсөн матур датаны һайларға тырыша. Мәҫәлән, 2025 йылдың 25 февралендә 143 пар сәстәрен сәскә бәйләне. Был хаҡта Башҡортостандың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетынан хәбәр иттеләр.
Ведомствола белдереүҙәренсә, быйыл өйләнешеүселәр 25 һаны булған даталарға иғтибар итә. Календарҙа киләһе ошондай матур датаатур дата – 2025 йылдың 25 майы, ул йәкшәмбегә тура килә.
Хәбәр иткәнебеҙсә, ағымдағы йылдың 25 ғинуарында Башҡортостанда 281 пар ғаилә ҡорған.