Башҡортостанда район башлығы ветеранды бер быуатлыҡ юбилейы менән ҡотланы
Бөгөн, 26 февралдә, Бүребай ауылынан Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Николай Алексеевич Гаврилов бер быуатлыҡ юбилейын билдәләй. Был хаҡта Хәйбулла районы башлығы Рөстәм Шәрипов хәбәр итте.
«Фронтовиктарыбыҙҙың береһе, Бүребай ауылынан Николай Алексеевич Гаврилов бөгөн үҙенең 100 йәшен билдәләй! 1943 йылда ун һигеҙ йәшлек Николай Алексеевич фронтҡа алына. 1944 йылдың февралендә ҡаты яраланғандан һуң, тыуған яҡтарына ҡайта. Әйткәндәй, ярсыҡты 80 йыл буйы башында йөрөтә, бер нисә йыл элек кенә ул үҙе сыға. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Николай Алексеевич рух күтәренкелеген юғалтмай. Хәйбулла районы халҡы исеменән фронтовикты бер быуатлыҡ юбилейы менән ихлас ҡотлайым һәм уға ҡоростай һаулыҡ теләйем! Барыһы өсөн дә рәхмәт һеҙгә, Николай Алексеевич, күгебеҙ аяҙ булһын!» — тип яҙа Рөстәм Шәрипов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Бынан алдараҡ «Башинформ» зенитсы булып хеҙмәт иткән яҡташыбыҙға 103 йәш тулыуы тураһында яҙғайны.