Республикала ял хаҡының нимәгә бәйле икәнлеге хаҡында һөйләнеләр
Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко «Честно говоря» тапшырыуында туристар өсөн хаҡтар билдәләү сәйәсәте тураһында һөйләне.
«Унда факторҙар күп — ял индустрияһы хеҙмәткәрҙәре өсөн эш хаҡы ла, сөнки хәҙер өлкәлә конкуренция ҙур, ял базаларын хеҙмәтләндереү ҙә – электр, таҙалыҡ, сифатлы сервис тураһында ҡайғыртырға кәрәк. Кешеләр быға иғтибар итә. Әлбиттә, тәбиғәт шарттары ла хаҡтарға йоғонто яһамай ҡалмай, беҙҙә йылытыу миҙгеле октябрҙән апрелгә тиклем дауам итә, ошо ресурстар өсөн түләргә кәрәк. 2024 йылдың ямғырлы йәйе туристарҙың кәмеүенә килтерҙе», — тип белдерҙе Гордиенко.
Туризмды үҫтереү үҙәге директоры урынбаҫары Артур Иҙелбаевтың мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн республика халҡы һәм ҡунаҡтары экономлы ял итергә мөмкин, премиум класлы туризм да үҫешә.
«Хәҙер һайлау мөмкинлеге киң, эконом-сегментта ял итеү өсөн 1,5-6 мең түләргә кәрәк. Тыныс ҡына төн ҡунып сығырға мөмкин, бәҙрәф, душ бар. Дүрт йыл элек бер ниндәй ҙә һайлау мөмкинлеге юҡ ине», — тине ул.
Тәбиғәттә уңайлы ял итеү тураһында тулыраҡ «Башинформ» материалында уҡығыҙ.