Республикала грипп таралыуға бәйле 4 мәктәп һәм балалар баҡсаһы карантинға ябылды24.02.2025

Республикала грипп таралыуға бәйле 4 мәктәп һәм балалар баҡсаһы карантинға ябылды

Башҡортостанда киҙеү сәбәпле 4 мәктәп һәм 1 балалар баҡсаһы карантинға ябылды, шулай уҡ утыҙ өс мәктәптә алтмыш алты класс һәм ун алты балалар баҡсаһында егерме биш төркөмдөң эше өлөшләтә туҡтатылды. Был хаҡта Роспотребнадзорҙың республика буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.


Ведомствола белдереүҙәренсә, һуңғы аҙнала республикала респиратор инфекциялар менән ауырыусыларҙың 7% артыуы күҙәтелә. Уҙған аҙнала республикала киҫкен респиратор инфекциялар йоҡтороуҙың 28 меңдән ашыу осрағы теркәлгән, шуларҙың яртыһы – 14 йәшкә тиклемге балалар.


 Башҡа респиратор вирустар араһында грипп вирустарының өлөшө – 64,5%.  А киҙеүе (H1N1) вирусы өҫтөнлөк итә.


Бынан алдараҡ Өфө табиптары ҡулдарҙы нисек дөрөҫ йыуыу тураһында һөйләгәйне.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-02-24/v-bashkirii-iz-za-grippa-zakryli-na-karantin-4-shkoly-i-1-detskiy-sad-4134444



Вернуться назад