Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда буран сығыу ихтималлығы һаҡлана24.02.2025
Фото: Ксения Калинина

Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда буран сығыу ихтималлығы һаҡлана



Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда буран сығыуы ихтимал. Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн, 24 февралдә, республикала бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Көндөҙ көньяҡ-көнсығыш райондарҙа көслө ҡар, буран, юлдарға көрт һалыуы фаразлана. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан талғын, көндөҙ көньяҡ-көнсығыштан көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ -4, -9°.


Шишәмбе, 25 февралдә, төндә, шулай уҡ урыны менән көслө ҡар яуыуы, урыны менән буран сығыуы ихтимал. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -10, -15°, көндөҙ -5, -10°.


Шаршамбы, 26 февралдә, урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -12, -17°, аяҙытҡанда -22°, көндөҙ -8, -13°.




 



Вернуться назад