Башҡортостан премьер-министры Мәскәүҙә республика студенттары менән осраша24.02.2025

Башҡортостан премьер-министры Мәскәүҙә республика студенттары менән осраша

25 февралдә Башҡортостандың Мәскәүҙәге тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә республикабыҙҙа тыуып үҫкән студенттарҙың премьер-министр Андрей Назаров менән осрашыуы ойошторола. Был хаҡта республика хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.


Осрашыуҙа студенттар Башҡортостандың Министрҙар кабинеты башлығына шәхси һәм профессиональ үҫеш тураһында һорауҙар бирә, идеялары һәм тәҡдимдәре менән таныштыра, республикаға ҡайтыу мөмкинлектәре тураһында белә ала.


Сараға ошо һылтанма буйынса теркәлергә мөмкин.


Бынан алдараҡ студенттар #Өйҙә фестивалендә Башҡортостанда үҙҙәренең мөмкинлектәрен баһаланы.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-02-24/premier-ministr-bashkirii-vstretitsya-v-moskve-so-studentami-iz-respubliki-4134655



Вернуться назад