Яндекс сервистары хәҙер башҡорт телен аңлай
Яндекс үҙенең сервистарына нейроселтәрҙе ҡулланған башҡорт телен синтезлау һәм таныу технологияһын өҫтәне. Ул тәржемәселә, эҙләүҙә һәм клавиатурала бар. Яндекс Рәсәй халыҡтарының өсөнсө теленә ошондай технологияны ҡуллана. Былтыр компания уны татар һәм сыуаш телдәре өсөн файҙаланды.
Яндекс нейроселтәрҙәре ярҙамында башҡорттар туған телендә компания сервистарына һорауҙар бирергә мөмкин. Мәҫәлән, башҡортса һүҙҙәр әйтергә һәм уларҙы тәржемәселә йәки эҙләүҙә төрлө телдәргә тәржемә итергә була. Шулай уҡ тәржемәсенең мобиль ҡушымтаһында башҡортса диалог режимы барлыҡҡа килде – был иһә телдә аралашыусылар менән уны белмәйенсә лә аралашыу мөмкинлеген бирә. Мәҫәлән, бер ҡулланыусы русса һорау бирә, икенсеһе башҡортса яуап ҡайтара, ә ҡушымта фразаларҙы тейешле телдәрҙә тәржемә итеп, уҡып ишеттерә. Тексты ҡул менән йыйырға теләмәгәндә йәки быға ваҡыт булмағанда клавиатурала башҡортса фразаларҙы әйтһәң, сервис шунда уҡ уны тексҡа әйләндерә.
Кеше туған телен өйрәнергә ынтылһын өсөн шарттар, яҡшы методик һәм техник программалар, һәм, иң мөһиме, йәмғиәттә мәҙәнилек булдырыу мөһим.
«Туған телдә һөйләшергә оялмау һәм шул уҡ ваҡытта бер-беребеҙҙе, республикабыҙҙа ғына йөҙләгән телдә аралашҡан кешеләреҙ хөрмәт итеү өсөн», — тип билдәләне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Яндекс Рәсәй халыҡтары телдәрен интеграциялау проектын Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ, Рәсәй халыҡтары йорто һәм илдең төбәк тел институттары менән берлектә үҫтерә.