Республика Башлығы уҡыусылар өсөн өҫтәмә премия тураһында указға ҡул ҡуйҙы
Башҡортостан Башлығы уҡыусылар өсөн 150 мең һумлыҡ өҫтәмә премия тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Уны мәктәп олимпиадалары призерҙары һәм еңеүселәре республикабыҙҙың юғары уҡыу йорттарына ингән осраҡта ғына алырға мөмкин. Башҡортостан Башлығының Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһы, шулай уҡ башҡа Бөтә Рәсәй һәм төбәк-ара олимпиадалары һәм конкурстары еңеүселәренә һәм призерҙарына премиялар тураһында ғәмәлдәге указына тейешле үҙгәрештәр индерелде.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2018 йылда Башҡортостанда уҡыусылар олимпиадаһында ҡатнашыусылар һәм балаларҙы әҙерләгән уҡытыусылар өсөн премиялар булдырылды. Түләүҙәр күләме 2021 һәм 2024 йылда арттырылды.
Хәҙер Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһы еңеүселәре һәм уларҙың педагогтары 300 мең һум алырға мөмкин. Тәүҙә премияның суммаһы 60 мең ине, 2021 йылда ул 100 меңгә етте. Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһы призерҙарына һәм уларҙың уҡытыусыларына 150 мең һум күләмендә премия түләнә. Бығаса уның күләме 30 мең, аҙағыраҡ 60 мең һум булды.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре буйынса 100 балл йыйған уҡыусыларҙың 150 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған премия алыу мөмкинлеге бар. Премия донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенә ҡараған республика вуздарына уҡырға ингән осраҡта ғына тапшырыла.