Республикала «Айыҡ водитель» махсус операцияһының башланды21.02.2025
Фото: Ксения Калинина

Республикала «Айыҡ водитель» махсус операцияһының башланды

Бөгөн Башҡортостанда «Айыҡ водитель» оператив-иҫкәртеү операцияһы башланды. Рейдтар 24 февралгә тиклем бара. Республиканың дәүләт автоинспекцияһында белдереүҙәренсә, махсус операцияның төп бурысы – эскән килеш транспорт менән идара итеүгә бәйле юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙарҙы иҫкәртеү.


«Был сара барышында водителдәрҙең спиртлы эсемлектәр ҡулланғанмы-юҡмы икәнен асыҡлау өсөн тикшереүҙәр ойошторола. Бөтә водителдәрҙе лә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙмаҫҡа саҡырам, сөнки бындай сәфәрҙең эҙемтәләре бик ҡыҙғаныс булыуы ихтимал», — тип билдәләне ведомство етәксеһе Владимир Севастьянов.


Дәүләт автоинспекцияһы статистикаһы буйынса, 2024 йылда һәр дүртенсе үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы иҫерек водителдәр ҡатнашлығында була. Улар юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар өсөн ҙур хәүеф тыуҙыра.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-02-21/v-gai-bashkirii-soobschili-o-starte-spetsoperatsii-trezvyy-voditel-4131092



Вернуться назад