Башҡортостанда 4,7 меңдән ашыу фельдшер эшләй21.02.2025

Башҡортостанда 4,7 меңдән ашыу фельдшер эшләй

Бөгөн Башҡортостанда 4,7 меңдән ашыу фельдшер эшләй, тип яҙа социаль селтәрҙәге сәхифәһендә республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин. Белгестәрҙе һөнәри байрамдары менән ҡотлап, ведомство башлығы уларҙың көн һайын меңәрләгән ғүмерҙе ҡотҡарыуын билдәләне.


«Бөгөн һеҙгә Стәрлетамаҡ фельдшерҙары Елена Савельева, Оксана Руднева һәм Лиана Ғәйфуллина тураһында һөйләргә теләйем. Елена Николаевнаның планшетына ашығыс хәбәр килгән. 57 йәшлек ирҙең йөрәк өйәнәге башланған. Фельдшер миокард инфаркты диагнозы булған пациентҡа ярҙам күрһәткән, шулай уҡ өҫтәмә бригаданы, Оксана Васильевнаны һәм Лиана Радик ҡыҙын саҡыртҡан. Ауыр хәлдәге ирҙе ҡала дауаханаһы базаһында урынлашҡан төбәк ҡан тамырҙары үҙәгенә килтерергә хәл ителгән. Юлда пациент клиник үлем кисергән. Фельдшерҙарыбыҙ автомобиль салонында йөрәк-үпкә реанимацияһын башҡарыуға тотонған. 10 минуттан реанимация ыңғай һөҙөмтә биргән, пациент үҙаллы тын ала башлаған»,—  тине Рәхмәтуллин.


Бынан алдараҡ Ҡариҙел районында табип амбулаторияһы асылды


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-02-21/v-bashkirii-trudyatsya-svyshe-4-7-tysyachi-feldsherov-4131051



Вернуться назад