Республикабыҙҙа Туған тел көнө уңайынан флешмоб башланды21.02.2025

Республикабыҙҙа Туған тел көнө уңайынан флешмоб башланды

Бөгөн Халыҡ-ара туған тел көнө билдәләнә. Был байрам 1999 йылдың ноябрендә ЮНЕСКО ойошмаһы тарафынан ҡабул ителә һәм 2000 йылдан 21 февралдә билдәләнә башлай. Уның төп маҡсаты – тел һәм мәҙәни төрлөлөктө яҡлау.


Телдәр матди һәм рухи мираҫты һаҡлау һәм үҫтереүҙең иң көслө ҡоралы булып тора. Башҡортостан Республикаһы – Рәсәйҙең күп милләтле төбәктәренең береһе. Бында 150-гә яҡын милләт вәкиле йәшәй. Республиканың мәғариф системаһында 13 туған телде өйрәнеү ойошторолған. Райондарҙа һәм ҡалаларҙа полилингваль гимназиялар асыла, унда балалар рус, башҡорт, татар, сыуаш, мари, удмурт һәм башҡа телдәрҙә белем ала. Башҡортостанда бөтәһе 153 мең самаһы уҡыусы туған телдәрҙе өйрәнә.


Халыҡ-ара туған тел көнө алдынан республиканың төрлө милли-мәҙәни һәм мәғариф учреждениеларында туған телде популярлаштырыуға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән саралар уҙҙы. Уларҙың маҡсаты үҙ халҡыңдың мәҙәниәтенә һәм традицияларына ихтирам тәрбиәләү, туған телде өйрәнеүгә һәм һаҡлауға ҡыҙыҡһыныу уятыу ине.


Туған тел көнө уңайынан республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы #ДеньРодногоЯзыка #ТуғанТелКөнө #ДеньРодногоЯзыкаБашкортостан #международныйденьродногоязыка #БашҡортТеле флешмобын башлап ебәрҙе. Тәүгеләрҙән булып уға министр Илдар Мәүлитбирҙин ҡушылды, видеояҙмала ул башҡорт шағиры Баязит Бикбайҙың шиғырын һөйләй.


«Бөгөн беҙ Халыҡ-ара туған тел көнөн билдәләйбеҙ, ошо байрам һәммәбеҙҙе лә берләштерә. Был көн тел төрлөлөгөн һаҡлауҙың, һәр халыҡтың йолаларына һәм мәҙәни мираҫына ихтирамдың мөһимлеген иҫкә төшөрә. Туған тел ябай аралашыу сараһы ғына түгел. Ул быуындарҙы бәйләүсе тере еп, үткәндәр һәм киләсәктәр араһындағы күпер. Тел аша һәр милләттең ата-бабаларының аҡылы, ғөрөф-ғәҙәттәре, тарихы һәм үҙенсәлекле һыҙаттары күсә. Тел – халыҡтың күңеле, уның хәтере һәм рухи байлығы», — тип мөрәжәғәт итте министр республика халҡына һәм флешмобта ҡатнашырға саҡырҙы.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-02-21/v-bashkirii-zapustili-fleshmob-v-chest-dnya-rodnogo-yazyka-4130966


 



Вернуться назад