Өфө шағирының әрме йыры бөтә Рәсәйгә танылды21.02.2025
Фото: Валерий Шахов

Өфө шағирының әрме йыры бөтә Рәсәйгә танылды

Бөгөн Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан матур әрме йырҙары хаҡында һөйләйбеҙ. Шундай йырҙарҙың береһе — Өфө шағиры Риф Хөснөтдинов ижад иткән һалдат романсы бөтә илгә таралып, ысын халыҡ хитына әйләнде. «Алма баҡсаһы» («Яблоневый сад») тип аталған йырҙы әрмелә лә, йәйге лагерҙарҙа ла башҡаралар, социаль селтәрҙәге видеояҙмаларҙың иҫәбе-һаны юҡ. Йырҙа мәңгелек ҡиммәттәр — тыуған илде һаҡлау, уға тоғролоҡ һәм мөхәббәт хаҡында йырлана.


Күптән түгел был йыр хатта Мәскәү өлкәһенең бер мәктәбендә яңғырай. Уҡыусыларҙың видеояҙмаһы йәнә социаль селтәрҙә тарала һәм халыҡты һоҡландыра.


«Башинформ» агентлығы журналисы йыр авторы Риф Хөснөтдиновты табып, уның йырының нисек халыҡ хитына әүерелеүен асыҡланы. Баҡтиһәң, автор йырҙың илдең баш ҡалаһына барып етеүен дә белмәгән.


— Был йырҙы мин 1975 йылда Ырымбур өлкәһенең Тоцк ҡалаһында әрмелә яҙғайным. Ул йылдарҙа унда бөтә Советтар Союзынан һалдаттар туплана ине. Иҫ киткес рухлы мөхит. Тап ошонда үҙенән-үҙе яҙылды был йыр. Беҙҙең командир, старшина, шул тиклем изге күңелле булды, ул «коптерка»нан сығып, уянып етмәгән йәш рядовойға: «Һөйлә, ниҙәр уйлайһың, һалдат», — ти торғайны. Йыр тап ошо һүҙҙәр менән башлана, — тип уртаҡлашты Риф Хөснөтдинов.

Риф Хөснөтдинов бала саҡтан шиғыр яҙа, әммә бер ҡасан да дан-шөһрәт хаҡында хыял итмәй. Өфө нефть институтын тамамлағас, бөтә ғүмерен газ үткәргестәр төҙөүгә бағышлай, Мәскәү өлкәһен, Татарстан һәм Сыуашстан республикаларын, Ямал-Ненец автономиялы округын газ менән тәьмин итә. Һуңғы йылдарҙа ӨДНТУ-ның сығарылыш студенттары ассоциацияһын етәкләй.


— Йыр халыҡҡа барып етеүенә бик шатмын, минең уға бер ниндәй ҙә дәғүәм юҡ. Уны үҙгәртеп тә йырлаусылар бар. Әммә, аңлауымса, төп мәғәнәһе шул килеш ҡала. Иң мөһиме – ул миңә әрме йылдарын һәм хеҙмәттәштәремде хәтерләтә. Егеттәрҙе ныҡ һағынам, күптәре Өфөнән ине.


Бөгөн Риф Хөснөтдиновҡа 71 йәш, хаҡлы ялға сыҡҡас, ижадҡа ныҡлабыраҡ тотона: шиғырҙар яҙа, гитараға ҡушылып йырлай. Күптән түгел уның шиғырҙары рус шиғриәте антологияһында баҫылған. Шағирҙың ижады илдең төрлө мөйөштәрендә үҙ уҡыусыһын таба. Күптән түгел уға Мәскәү өлкәһенең Дедовск ҡалаһынан уҡыусылар рәхмәтен белдергән.


«Конкурсҡа йыр эҙләй инем. Интернетта бер егеттең гитарала уйнап «Алма баҡсаһы» йырын башҡарыуын күреп ҡалдым. Видеояҙма аҫтында комментарийҙар йыйылып киткән, комментарийҙарҙа, халыҡ яратҡан хит, тип яҙалар, ҡайһы берәүҙәр лагерь тураһындағы хәтирәләре менән уртаҡлаша. Был йыр саф тойғолар, йән йылыһы менән яҙылған. Беҙ, уҡытыусылар, Ватан тураһында, тыуған төйәгебеҙҙең тарихына булған мөнәсәбәт тураһында йыш һөйләйбеҙ. Ә был йырҙа яңғыраған һүҙҙәр беҙҙең уҡыусыларға бик яҡын. Һуңынан бер уҡыусының әсәһе, был йырға 50 йыл, тип яҙҙы. Һәм беҙ был йырҙың авторын таптыҡ. Йылдар үткәс был йырҙы йырлауҙарын, тарихын һөйләүҙәрен теләр инем. Был бик ҡиммәтле. Был йыр өсөн автор Риф Хатып улына ҙур рәхмәтлебеҙ», – тип һөйләне Дедовск лицейы уҡытыусыһы Ирина Ряженова.



Вернуться назад