Республикала автомобилде ОСАГО полисынан тыш теркәргә мөмкин
Яҡын киләсәктә Башҡортостан автоһәүәҫкәрҙәре машинаны ОСАГО полисынан тыш теркәргә мөмкин. Ошо көндәрҙә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы беренсе уҡыуҙа юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге тураһында республика кодексына тейешле үҙгәрештәр индергән закон проектын хупланы. Был хаҡта республика парламентының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев фекеренсә, машина һатып алыу уны шунда уҡ файҙалана башлауға бәйле булмауы ихтимал. Автомобилдең оҙаҡ ҡына гаражда тороуы мөмкин, шуға күрә уның тиҙ арала теркәү талабы артыҡ булыуы мөмкин. Машинала йөрөгән саҡта, элекке кеүек үк, автогражданлыҡ яуаплылығын страховкалау мөһим.
Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостан юлдарындағы хәл-торош тураһында яҙғайны.