Башҡортостандың эске эштәр министры республикала ришүәттең уртаса күләмен атаны21.02.2025
Фото: Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы

Башҡортостандың эске эштәр министры республикала ришүәттең уртаса күләмен атаны

Башҡортостан буйынса эске эштәр министры Александр Прядко уҙған йылда республикала ришүәттең уртаса күләмен атаны. «Ришүәттең» суммаһы 131 мең һум тәшкил итте. Уның һүҙҙәренсә, полиция хеҙмәткәрҙәре коррупция йүнәлешендәге ике меңдән ашыу енәйәтте асыҡлаған.


«Дыуан күп профилле колледжы директоры, Йылайыр үҙәк район дауаханаһының баш табибы ҙур күләмдә ришүәт алғанда тотолдо. Ғафури һәм Иглин райондары хакимиәттәренең вазифа биләгән кешеләре ришүәтселектә ғәйепләнә. Йәмғеһе меңгә яҡын ошондай енәйәт эше туҡтатылған, 247 кеше яуаплылыҡҡа тарттырылған», — тип белдерҙе ведомство 20 февралдә республика Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 19-сы ултырышында.


Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостанда енәйәтселек кимәленең Рәсәй төбәктәре араһында түбәндәрҙең береһе булып ҡалыуы хаҡында хәбәр иткәйне. Бынан тыш, Башҡортостандың хоҡуҡ һаҡлаусылары интернетта 1000-дән ашыу деструктив материал асыҡлаған.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-02-20/ministr-vnutrennih-del-po-bashkirii-nazval-sredniy-razmer-vzyatki-v-respublike-4130270



Вернуться назад