Бөгөн республикала урыны менән -39 градус һыуыҡ булған
Бөгөн төндә һәм иртән Башҡортостанда урыны менән -39 градусҡа тиклем һыуытҡан, тип хәбәр иттеләр «Башинформ»ға Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса баш идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.
Мәҫәлән, Белорет районының Мәхмүт ауылында бөгөн термометр бағанаһы -38 градусты күрһәткән, Ҡыйғы районының Йосоп ауылында -32 градус булған.
«Таңғы сәғәт 5-тә Шүлгәнташта, Мәләүездә -31 градус, Ямашта, Туҡанда, Салауатта, Стәрлетамаҡта, Учалыла -28 градус, Архангелдә, Рәүәттә, Ҡариҙелдә - 27 градус, Кананикольскийҙа -26, Белоретта, Шишмәлә, Оло Теләктә - 25 градус, Раевкала, Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында, Кушнаренкола, Үрге Йәркәйҙә -24, Асҡында, Туймазыла, Баҡалыла, Дыуанда, Бүздәктә, Яңауылда -23, Күмертауҙа -22, Павловкала, Аксаковта -21 градус, Бөрөлә, Мораҡта -19, Дүртөйлөлә -18 градус, Федоровкала -17, Сибайҙа, Аҡъярҙа һәм Йылайырҙа -16 градус теркәлгән», - тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында.