Радий Хәбиров өлкән класс уҡыусыларына быуындар бәйләнешенең мөһимлеге тураһында һөйләне20.02.2025
Фото: автор

Радий Хәбиров өлкән класс уҡыусыларына быуындар бәйләнешенең мөһимлеге тураһында һөйләне

20 февралдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Шишмә районында Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» хәрби-патриотик паркында 10-сы класс уҡыусылары өсөн биш көнлөк уҡыу сборында ҡатнашыусылар менән осрашты. Осрашыуҙа Илеш, Иглин, Әлшәй райондарынан, Өфөнөң Орджоникидзе һәм Октябрь райондарынан 350-нән ашыу бала ҡатнашты.


Республика етәксеһе үҫмерҙәрҙе етеп килгән байрам – Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотланы. Был байрам ҡаһарманлыҡты, бурысҡа тоғролоҡто, теләһә ниндәй ваҡытта илебеҙҙе һаҡларға әҙер булыуҙы кәүҙәләндерә. Республика Башлығы һүҙҙәренсә, ул беҙгә айырыуса Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләгән йылда быуындар бәйләнешенең ни тиклем мөһим икәнлеге хаҡында иҫкә төшөрә.


«Был көндө беҙ Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларға, алғы һыҙыҡта махсус хәрби операция бурыстарын үтәгән геройҙарға тәрән ихтирамыбыҙҙы белдерәбеҙ. Был һеҙҙең дә байрам, сөнки һеҙ ҙә киләсәктә Ватанды һаҡлаусылар», - тине Радий Хәбиров.


Республика етәксеһе уҡыусыларҙың һорауҙарына ла яуап бирҙе. Улар Радий Хәбировтың ҡайҙа һәм ҡасан хеҙмәт итеүе менән ҡыҙыҡһынды.


«Мин 1982-1984 йылдарҙа Байкал аръяғы хәрби округында хеҙмәт иттем. Был яҡшы үҫеш мәктәбе ине. Ошо ике йылда егеттәр өлкәнәйеп ҡайта. Хеҙмәтемде рота старшинаһы булып тамамланым», - тине Радий Хәбиров.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-02-20/radiy-habirov-rasskazal-starsheklassnikam-o-vazhnosti-svyazi-pokoleniy-4130152



Вернуться назад