Зенитсы инәйгә 103 йәш тулды20.02.2025
Фото: Гүзәл Насирова/ТГ-канал

Зенитсы инәйгә 103 йәш тулды

Иглин районында йәшәгән Рәйфә Насироваға 103 йәш тулды. Район хакимиәте башлығы Гүзәл Насирова социаль селтәрҙәге сәхифәһенә уның менән бер нисә видеояҙма төшөрөп һалған.


Рәйфә Ғәбдерәүеф ҡыҙы – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, яңылыҡтарҙы күҙәтеп бара, беҙҙә һәм сит илдәрҙә барған хәлдәр тураһында хәбәрҙар.


«Беҙҙең армия көслө. Рәсәй һис еңелмәҫ. Рәсәй Наполеонды, Рәсәй Гитлерҙы еңгән! Ә былар кем, бандеровсылар... Яугирҙәребеҙгә афарин, бирешмәйҙәр», — ти Рәйфә Ғәбдерәүеф ҡыҙы.


Рәйфә Насирова 1942 йылдың 5 майында фронтҡа китә. Һуғыш бөткәнсе зенитсы булып хеҙмәт итә. Еңеүҙе 23 йәшендә ҡаршылай.

«Ауыр осор ине. Һуғыш бит. Барыһын да күрҙем. Иптәштәрем һәләк булды. Беҙҙгә аттылар. Беҙҙең батарея Волгала тора ине. Яраландым. 10 көн Әстерханда госпиталдә яттым. Һуңынан контузия булды. Беҙ барыбер иҫән ҡалдыҡ һәм артабан киттек. Өс йыл һуғыштым», — тип иҫенә төшөрә фронтовик инәй.

Рәйфә Ғәбдерәүеф ҡыҙы һөйләүенсә, фронтта ул корректировщик булған. Совет һәм дошман самолёттарын еңел генә таный, уларҙың типтарын һәм ҡайҙа осоуҙарын билдәләй ала инем, ти.


Уның һүҙҙәренсә, фашист бомбардировщиктары айырыуса ҙур хәүеф менән янаған. Ветеран «Фокке-Вульф», «Мессершмит», «Хайнкель» немец самолёттарын һаман хәтерләй.

«Сталинградта хеҙмәт итә башлағайным, Одессала тамамланым, — тип иҫенә төшөрә Рәйфә Ғәбдерәүеф ҡыҙы. — Сталинград өсөн барған алыштарҙы бер ҡасан да онотмаҫмын».

«80 йыл үтте, 100 йылдан ашыу... Шөкөр, юҡҡа йәшәмәнем. Еңдем дә, балаларым да бар. Алты балам, ун дүрт ейәнем, ун һигеҙ бүләм һәм хатта бер тыуамды күрҙем. Ғаиләм ҙур минең!» — тип ҡыуана Рәйфә Ғәбдерәүеф ҡыҙы.


«Башинформ» Рәйфә Ғәбдерәүеф ҡыҙының туғандары һәм яҡындарының ҡотлауҙарына ҡушыла, ныҡлы һаулыҡ, шатлыҡ-ҡыуаныстар, бәхет теләй.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-02-20/zhitelnitse-bashkirii-sluzhivshey-zenitchitsey-ispolnilos-103-goda-4130064



Вернуться назад