Туймазыла республика символы - ҡурай төшөрөлгән яндауыр барлыҡҡа килде
Башҡортостанда республика символы — ҡурай төшөрөлгән яндауырҙар барлыҡҡа килде. Хәҙер улар Туймазы индустриаль колледжы корпустарының береһен биҙәй. Был хаҡта социаль селтәрҙәге сәхифәһендә колледж директоры Олег Ғайсин хәбәр итте.
«Ысынлап та матур бит? Беҙҙең икенсе корпустағы яңы яндауырҙар. Әйткәндәй, Башҡортостан символы, ҡурай, беҙҙең производствоға өйрәтеү мастеры Артур Йәнгиров колледждың лазер станогында ҡырҡып эшләне. Эйе, Радий Хәбиров гранты аҡсаһына һатып алынған станокта», — тип яҙа Олег Ғайсин.
Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостанда урта һөнәри белем биреү өлкәһенең нисек үҙгәреүе хаҡында һөйләне. 2024 йылда Башҡортостанда 331 миллион һумға 15 уҡыу корпусы төҙөкләндерелгән. Өс йылда республика ҡаҙнаһынан 29 колледжды капиталь ремонтлауға 1,3 миллиард һум бүленгән. Ике йылда алты колледж йыһазландырыу өсөн 30-шар миллион һум алған.