Башҡортостанда көндәр бер аҙ йылыта20.02.2025
Фото: Галина Бахшиева

Башҡортостанда көндәр бер аҙ йылыта

Алдағы көндәрҙә республикала бер аҙ йылыта, тип хәбәр итте синоптиктар.


Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн республикала яуым-төшөм көтөлмәй. Ел талғын, үҙгәреүсән. Һауа температураһы көндөҙ - 11, -16, таулы райондарҙа - 6 градус.


Йома, 21 февралдә, яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ көньяҡ-көнсығыш райондарҙа бер аҙ ҡар. Ел көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә - 20, -25 градус, урыны менән - 27, -32, көндөҙ -9, -14 градус.


Шәмбе, 22 февралдә, республиканың төньяғында яуым-төшөмһөҙ. Ел көнсығыштан, төньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә - 21, -26, көндөҙ -6, -11 градус. Республиканың көньяғында бер аҙ ҡар яуыуы, буран сығыуы, юлдарға көрт һалыуы көтөлә. Ел көнсығыштан, төньяҡ-көнсығыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -15, -20, көндөҙ -6, -11 градус.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-02-20/v-bashkirii-neznachitelno-potepleet-4129060



Вернуться назад