Һаулыҡ һаҡлау министрлығы фенол тураһында ялған хаттар тураһында хәбәр итте
Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы фенол тураһында ялған хаттар тураһында хәбәр итте. Ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, министрлыҡ сәләмәтлекте фенол йоғонтоһонан һаҡлау сараларын көсәйтеү тураһында хат ебәрмәгән. Социаль селтәрҙәрҙә уҡыусыларҙың һәм персоналдың һаулығын фенол йоғонтоһонан һаҡлау өсөн өҫтәмә саралар ҡабул итеү кәрәклеге тураһында документ таралғайны.
«Был мәғлүмәт дөрөҫ түгел. Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы белем биреү учреждениеларына хаттар ебәрмәгән, күрһәтелгән номерлы документ теркәлмәгән», — тип белдерҙеләр ведомствола.