Урал Килсенбаев республикала барған китап бүләк итеү акцияһында ҡатнашты19.02.2025
Фото: Урал Килсенбаевтың ТГ-каналы

Урал Килсенбаев республикала барған китап бүләк итеү акцияһында ҡатнашты

Башҡортостан хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев «Китапты һөйөү менән бүләк итегеҙ» акцияһына ҡушылды. Үҙенең телеграм-каналында ул яратҡан ике баҫмаһын: уҡытыусыһы, күренекле ғалим-тарихсы Әнүәр Әсфәндиәровҡа арналған китапты һәм Фәнил Бүләковтың «Ҡибла эҙләгәндә» әҫәрен бүләк итеүе хаҡында яҙа.


«Башинформ» хәбәр иткәнсә, китап бүләк итеү акцияһын Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте «Ватанды һаҡлаусылар» фондының республика филиалы һәм Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы менән берлектә башлап ебәрҙе.


23 февралгә тиклем китаптарҙы «Китап» ҡабул итеү пункттарына килтерергә мөмкин. 2022 йылдан да алдараҡ нәшер ителмәгән, яҡшы тороштағы баҫмалар баш ҡалабыҙҙа түбәндәге адрестар буйынса ҡабул ителә:



«Китап» магазины, Ленин урамы, 26;
«Китап» киоскы, Туҡай урамы, 46;
«Китап» нәшриәте, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13.

Акция барышында йыйылған китаптар «Ватанды һаҡлаусылар» фондының Башҡортостан филиалына, ә артабан Һуғыш ветерандары өсөн республика клиник госпиталенә һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә тапшырыла.  


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-02-19/ural-kilsenbaev-prinyal-uchastie-v-aktsii-knigodareniya-zapuschennoy-v-bashkirii-4127500



Вернуться назад