Благовещенда 97 йәшлек ветеранға маҡтаулы исем тапшырылды19.02.2025
Фото: Благовещен районы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте

Благовещенда 97 йәшлек ветеранға маҡтаулы исем тапшырылды

Благовещен районында йәшәгән берҙән-бер Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Фәрит Кәбир улы Гәрәевҡа райондың почетлы гражданы исеме бирелде. Был хаҡта Благовещен районы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.


Ветеран Благовещенда Депутаттар советы ултырышында бүләкләнде. Фәрит Кәбир улына хәҙер 97 йәш. 1944 йылда летчик-штурмовиктар курсын тамамлағандан һуң фронтҡа китә. Шуға тиклем, бөтә һуғыш балалары кеүек үк, тылда эшләй.


Ветеран һөйләүенсә, уға һуғышҡа тиклем дә, унан һуң да күп эшләргә тура килгән.


«Ғүмерем буйына эшләнем, сәләмәт һәм әүҙем тормош алып барҙым. Шуғалыр ҙа бөгөн үҙемде яҡшы хис итәм. Быйыл Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләйбеҙ, ә ике йылдан миңә 100 йәш тула. Пландарым шундай», — тип өҫтәне ул.


Благовещен районы хакимиәте башлығы Анна Карабанова билдәләүенсә, Фәрит Гәрәев барыһы өсөн дә ныҡлыҡ, батырлыҡ һәм юғары илһөйәрлек өлгөһө булып тора. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ул районда үткәрелгән мөһим сараларҙа әүҙем ҡатнаша.


«Уның хәлен белешергә килеп йөрөйбөҙ һәм аҡыллы кәңәштәренә һәр саҡ ҡолаҡ һалабыҙ. Уның йәшәүгә ынтылышы оло хөрмәткә лайыҡ», — тип белдерҙе Анна Карабанова.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-02-19/v-bashkirii-97-letnemu-uchastniku-vtoroy-mirovoy-voyny-vruchili-pochetnoe-zvanie-4127262



Вернуться назад