Башҡортостан баҫма киң мәғлүмәт сараларына яҙылыу буйынса лидер төбәктәр иҫәбенә инде19.02.2025

Башҡортостан баҫма киң мәғлүмәт сараларына яҙылыу буйынса лидер төбәктәр иҫәбенә инде

Башҡортостан баҫма киң мәғлүмәт сараларына яҙылыу буйынса алдынғы төбәктәр иҫәбенә инә. Был хаҡта Рәсәйҙең һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министры Мәҡсүт Шадаев президент үткәргән кәңәшмәлә хәбәр итте.


Уның һүҙҙәренсә, гәзиттәрҙе күберәк Мәскәүҙә, Краснодар крайында, Башҡортостанда һәм Татарстанда алдыралар. Министр билдәләүенсә, таратылған баҫма матбуғаттың дөйөм күләме 5 йылда ике тапҡырға кәмегән. 2019 йылда яҡынса 500 миллион гәзит-журнал таратылһа, 2024 йылда иһә 257 миллион дана. Был шул иҫәптән һанлы инфраструктураны үҫтереү һәм ауыл ерендә интернеттың барлыҡҡа килеүе менән бәйле.


Хәбәр иткәнебеҙсә, Башҡортостанда баҫма продукция һатылған киоскылар асыла.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-02-19/bashkiriya-vhodit-v-chislo-regionov-liderov-po-podpiske-na-pechatnye-smi-4127439



Вернуться назад