Әҙәбиәтебеҙҙең аҡ инәһе19.06.2012
Тыуған илем, тим дә һүҙ башлайым,
Тыуған илем — Башҡортостаным.
Уны ҙурлап тик бер һүҙ әйткәндә
Әйләнһәмсе һайрар ҡошҡа мин, —
тип яҙғайны бер шиғырында әҙәбиәтебеҙҙең аҡ инәһе Кәтибә Кинйәбулатова. Барлыҡ ғүмерен, хеҙмәтен халҡы өсөн бағышлаған шағирәбеҙҙең йыры 92-се йәшендә өҙөлөп ҡалды. Юҡ, өҙөлдө тип әйтеү дөрөҫ түгел, киреһенсә, шағирәнең йәне, үҙе әйткәнсә, һайрар ҡошҡа әйләнеп кешеләр күңелен оҙаҡ йылдар буйына имләйәсәк әле.
Кәтибә Кинйәбулатоваға Бөйөк Ватан һуғышы михнәттәрен татырға, етем ҡалған өс һеңлеһенә, бер энеһенә “ғаилә башлығы” булырға тура килә. Донъя ауырлығынан бөгөлөп төшмәй ул, хәләл көсөн түгеп юл яра: байтаҡ йылдар уҡытыусы булып эшләй, 1968 йылда “Башҡортостан ҡыҙы” журналының тәүге мөхәррире итеп тәғәйенләнә. Ләкин шағирәнән ҡалған иң ҙур мираҫ — уның ижады. Кәтибә Кинйәбулатова балалар, өлкәндәр өсөн дә ең һыҙғанып ижад итте, өс тиҫтәгә яҡын китабы донъя күрҙе.
Кисә Башҡорт дәүләт филармонияһында йәмәғәтселек шағирәне һуңғы юлға оҙатты. Башҡортостан Республикаһының Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов, элемтә һәм киң коммуникациялар саралары министры Борис Мелкоедов, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Риф Тойғонов, әҙибәнең туғандары, ҡәләмдәштәре мәрхүмә менән бәхилләшеп, уның табутына сәскәләр һалды.
Йәнең йәннәттә булһын, һөйөклө шағирәбеҙ!
“БАШҠОРТОСТАН”ДАР.


Вернуться назад