Башҡортостанға киҫкен респиратор вирус инфекцияһы һәм гриптың яңы тулҡыны килде19.02.2025
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

Башҡортостанға киҫкен респиратор вирус инфекцияһы һәм гриптың яңы тулҡыны килде

Башҡортостанда һуңғы аҙнала миҙгелле респиратор инфекциялар менән сирләүселәр 10,7% артҡан. Киҫкен респиратор инфекцияһын йоҡтороуҙың 26 меңдән ашыу теркәлгән, шуларҙың яртыһы – 14 йәшкәсә балалар, тип хәбәр итә Башҡортостандың Роспотребнадзор идаралығы.


Күҙәтеү ведомствоһында билдәләүҙәренсә, 59,9% – грипп. Хәҙер республикала гриптың А (H1N1) вирусы өҫтөнлөк итә. Әммә уға алмашҡа В вирусынең килеүе әле үк асыҡ күренә.


«Ҡағиҙә булараҡ, был ҙур булмаған икенсе тулҡындың килеүен раҫлай», –– тип хәбәр иттеләр Роспотребнадзорҙың матбуғат хеҙмәтенән.


Башҡортостанда ике мәктәп һәм бер балалар баҡсаһы тулыһынса карантинға ябылды. 14 мәктәптә 24 класс һәм туғыҙ балалар баҡсаһында 24 төркөм өлөшләтә эшен туҡтатты.


Бынан алда «Башинформ» республика перинаталь үҙәгендә карантин индереүҙәре һәм партнер менән бала табыуҙы ваҡытлыса тыйыуҙары тураһында хәбәр иткәйне.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-02-19/v-bashkiriyu-prishla-novaya-volna-orvi-i-grippa-4127851



Вернуться назад