Әсәлек капиталы программаһы 2030 йылға тиклем оҙайтылды
Әсәлек капиталы программаһы 2030 йылға тиклем оҙайтылды. Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаттары икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙа тейешле закон ҡабул итте.
Бынан алдараҡ Рәсәй президенты Владимир Путин әсәлек капиталы программаһын 2030 йылдың 31 декабренә тиклем оҙайтыу тәҡдиме менән сығыш яһағайны. «Беҙҙә әсәлек капиталы программаһы 2026 йыл башына тиклем ғәмәлдә. Уны кәмендә 2030 йылғаса оҙайтырға тәҡдим итәм», — тине Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһағанда.
Башҡортостанда йәшәүселәргә ғаилә капиталына эйә булғандар өсөн мөһим үҙгәрештәр хаҡында ла хәбәр иткәйнеләр. Мәҫәлән, 2025 йылдың 1 мартынан әсәлек капиталы аҡсаһын шәхси йорт һалыуға йүнәлтеү хоҡуғын күҙ уңында тотҡан үҙгәрештәр үҙ көсөнә инә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2025 йылдың 1 февраленән әсәлек капиталы түбәндәгесә:
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2025 йылдың 1 февраленән әсәлек капиталының күләме түбәндәгесә:
— беренсе балаға 690 266,95 һум;
— икенсеһе тыуған осраҡта тағы 221 895,14 һум;
— әгәр быға тиклем әсәлек капиталына хоҡуҡ булмаһа, 912 162,09 һум.
https://www.bashinform.ru/news/social/2025-02-18/programmu-matkapitala-prodlili-do-2030-goda-4126909