Башҡортостанда тыл эшсәне 100 йәшлек юбилейын билдәләне
Учалы районының Рәсүл ауылынан тыл эшсәне Әширәф Шәмиғолова 100 йәшлек юбилейын билдәләне. Муниципалитет башлығы Руслан Ғиләжетдинов йөҙйәшәр инәйҙе тыуған көнө менән ҡотланы.
Бөгөн Әширәф Шәмиғолова бер быуатлыҡ юбилейын иң яҡын туғандары һәм яҡындары менән ҡаршылай. Уның 6 балаһы, 13 ейән-ейәнсәре, 22 бүлә-бүләсәре һәм 6 тыуа-тыуасары бар.
«Әширәф Шәмиғолова – илебеҙҙең бихисап тарихи ваҡиғаларының шаһиты, ул районыбыҙҙың барлыҡҡа килеүенә һәм үҫешенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Һуғыш йылдарында йәш ҡыҙ колхозда тракторсы, һауынсы һәм яғыулыҡ ҡойоусы булып эшләй. Бер быуат буйы намыҫ менән йәшәлгән, байтаҡ һынауҙар үтелгән», — тип яҙҙы Руслан Ғиләжетдинов социаль селтәрҙә.