Алдағы көндәрҙә республикала һалҡын һауа торошо һаҡлана18.02.2025

Алдағы көндәрҙә республикала һалҡын һауа торошо һаҡлана

Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда һалҡын һауа торошо һаҡлана. Аҙна аҙағында ғына һауа температураһы бер аҙ күтәрелә, тип хәбәр иттеләр Башгидрометтан.


Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, бөгөн урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ -10, -15 градус.


Шаршамбы, 19 февралдә, урыны менән йәнә бер аҙ ҡар яуыуы фаразлана. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -19, -24 градус, аяҙытҡанда -26, -31, көндөҙ -10, -15 градус.


Кесе йома, 20 февралдә, һауа торошо үҙгәрмәй. Шулай уҡ урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -19, -24 градус, аяҙытҡанда -26, -31, көндөҙ -10, -15 градус.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-02-18/v-blizhayshie-dni-v-bashkirii-sohranitsya-moroznaya-pogoda-4125798



Вернуться назад