Өфөлә популяр бала табыу йортонда партнер менән бала табыу тыйылды18.02.2025
Фото: Ксения Калинина

Өфөлә популяр бала табыу йортонда партнер менән бала табыу тыйылды

17 февралдән Өфөнөң республика клиник перинаталь үҙәгендә партнер менән бала табыу туҡтатылды. Медицина учреждениеһында белдереүҙәренсә, был сара ваҡытлыса — махсус бойороҡҡа тиклем.


Билдәләнеүенсә, ваҡытлыса тыйыу карантин менән бәйле.


«Киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән сирләү осраҡтарының артыуына бәйле санитар-эпидемиологик хәүефһеҙлек көсәйтелә. Тыйыу февраль аҙағына тиклем ғәмәлдә ҡала», — тип хәбәр иттеләр республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән


Бынан алдараҡ Башҡортостанда иң йәш һәм иң оло әсәнең йәше билдәле булды.


https://www.bashinform.ru/news/social/2025-02-18/v-ufe-v-populyarnom-roddome-zapretili-partnerskie-rody-4126193



Вернуться назад